Уҡыусыларға, ҡыҙыҡһыныуҙарын, һәләтен иҫәпкә алып, уйын, экскурсия, тестар формаһында, үҙен төрлө һөнәрҙә һынап ҡарау мөмкинлеге буласаҡ.
Майҙансыҡтарҙа робот менән идара итеп ҡарарға, Ер юлдашын пилотлаштырырға, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә, виртуаль аппаратта эретеп йәбештереү эштәрен башҡарырға, электр схемаһын йыйырға һәм уны 3D-форматта баҫтырып сығарырға мөмкин.
Try-a-skill зонаһы – ул 25 перспективалы компетенция, 50-нән ашыу сертификатлы белгес, 25 һөнәри һынау, уҡыу йорттарының күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре форматында 3D әүҙемлек.
Программа сиктәрендә дүрт профилле маршрут тәҡдим ителәсәк: “Креатив һөнәрҙәр һәм мәғариф”, “Етештереү, инженерлыҡ һәм цифрлы технологиялар”, “Хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе”, “Төҙөлөш технологиялары”.