+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2021, 09:15

Бөгөн Өфө ваҡыты менән 16.00 сәғәттә Токиола Паралимпия уйындары асыла!

Тура трансляцияны «Матч ТВ» телеканалында ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Бөгөн Өфө ваҡыты менән 16.00 сәғәттә Токиола Паралимпия уйындары асыла!
Бөгөн Өфө ваҡыты менән 16.00 сәғәттә Токиола Паралимпия уйындары асыла!

Асылыу тантанаһында беҙҙең йыйылма команданың байрағын ҡыҫҡа дистанцияға йүгереү буйынса алты тапҡыр донъя чемионы Андрей Вдовин һәм 1500 метрға йүгереүҙә ике тапҡыр Паралимпия чемпионы, башҡорт спортсыһы Елена Паутова алып барасаҡ.

Японияла барлығы 539 миҙал комплекты  уйнатыласаҡ, 22 спорт төрө тәҡдим ителәсәк. Рәсәй спортсылары Паралимпия уйындарында RPC (Russian Paralympic Committee) аббревиатураһы һәм ПКР гербы төшөрөлгән аҡ флаг аҫтында сығыш яһаясаҡ. Гимн урынына, Олимпия уйындарындағы кеүек үк, Петр Чайковскийҙың 1-се концерты ҡулланыласаҡ.

2020 йылғы Паралимпиадала ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһы составына илдең 50 төбәгенән 241 спортсы (129 ир-ат һәм 112 ҡатын-ҡыҙ) кергән. РФ спортсылары миҙал өсөн  спорттың 19 төрөндә һынау тотасаҡ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: