Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 10:30

"Шәжәрәләрҙең әһәмиәте һәр йәһәттән ҙур..."

Һәр туған телде өйрәнеүҙең төп маҡсаты – ошо бөйөк мираҫты ғаиләлә һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға тапшырыу, ҡәҙимге һөйләште онотмау. Үҙенең тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше мәғлүмәттә ориентир ала белергә, ҡыҙыҡһынырға, өйрәнергә тейеш.

"Шәжәрәләрҙең әһәмиәте һәр йәһәттән ҙур..."
"Шәжәрәләрҙең әһәмиәте һәр йәһәттән ҙур..."

Балтас районында үткән педагогтарҙың сираттағы август кәңәшмәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Сәлим улы Баянов  бөгөнгө мәғариф киңлегендә туған телде өйрәнеү мәсьәләһенең көнүҙәк булыуын билдәләне. “Был бигерәк тә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡағылғанда айырым иғтибар талап итә. Был – ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың туған теле һәм һәр кем уны һаҡлауға үҙ өлөшөнө индерергә тейеш. Ғөмүмән, һәр туған телде өйрәнеүҙең төп маҡсаты – ошо бөйөк мираҫты ғаиләлә һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға тапшырыу, ҡәҙимге һөйләште онотмау. Үҙенең тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше мәғлүмәттә ориентир ала белергә, ҡыҙыҡһынырға, өйрәнергә тейеш. Мәҫәлән, телде һәм тарихты өйрәнгәндә заман платформаларындағы мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу ҙа мөһим. Һүҙ – “Башархив”, “Башҡорт ырыуҙары картаһы” кеүек интернет-ресурстар хаҡында. “Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән “Без башҡортлар” хәрәкәте меннә бергә башҡарылған эштәр ҙә маҡтауға лайыҡ. Шул иҫәптән, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын Lingvodoc платформаһында һанлаштырыу йәһәтенән дә ҙур эштәр алып барыла. Уҡытыусылар балаларҙы ошо сығанаҡтарға ла ылыҡтырнһын ине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төрлө күләмле проекттар өҫтөндә эште дауам итә. 2021 йыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Уның төп йүнәлештәре — башҡорт ырыуҙары тарихын һаҡлау һәм үҫтереү, “Шайморатов вариҫтары”, “Төнъяҡ амурҙары” проекттарын тормошҡа ашырыу, Каруанһарай тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығын билдәләү, күренекле башҡорт шәхестәре иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм башҡалар. Башҡорт тарихы йылының йүнәлештәренә бәйле сараларҙы 1 сентябрҙән әүҙемләштерһәгеҙ ине”, –
тине ул.

Шулай уҡ Рөстәм Сәлим улы күптән түгел ҡунаҡсыл Балтас ерендә үткән Танып ырыуы йыйынына туҡталды: Бындай халыҡ йыйылыштары борон-борондан сәйәси һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ойошторолған, шулай уҡ ырыуҙың идара итеү органы булған. Ул шулай уҡ, халыҡ байрамы ла. Халыҡ үҙ тамырҙарын белергә тейеш. Был йәһәттән шәжәрәләрҙең әһәмиәте бик ҙур. Быуындарыды белеү – тамырҙарыңды, милли үҙбилдәләнешеңде төшөнөү тигән һүҙ”, – тип билдәләне.

Автор: Гульнара Мустафина
Читайте нас