“Кондитер эше” компетенцияһы эксперттарының береһе, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы уҡытыусыһы Эльвира Ильясова әйтеүенсә, эслеге сыр кремынан торған был торт 3 кг тирәһе тарта, ә уны әҙерләүгә 2,5 сәғәттән ашыу ваҡыт киткән. “Чемпионат компетенцияһына барыһы ла әҙер, – ти Эльвира Ильясова, йыһаздарҙы ошо рәүешле уңышлы һынап ҡарауҙарын белдереп. – Башҡортостан өсөн был өр-яңы компетенция, уның буйынса беҙ беренсе тапҡыр команда туплай алдыҡ”.
Ҡатнашыусылар әҙерләгән иң оҫта ризыҡтарҙы WorldSkills Russia халыҡ-ара эксперттар баһалаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, WorldSkills Russia милли чемпионат финалы урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениеларының 16 йәштән 26 йәшкә тиклемге студенттары һәм 16 йәшкә ҡәҙәрге уҡыусылар араһында үткәрелә. Ул “Мәғариф” милли проектына ингән “Йәш профессионалдар” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы уҙғарыла. Башҡортостан командаһы составында – 498 кеше, уларҙың 280-е – конкурста ҡатнашыусылар, 218-е – эксперттар. Рәсәйҙең 76 төбәгенән килгән вәкилдәр оҫталыҡта көс һынашасаҡ.