+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 14:28

Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты тамамланды

Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты тамамланды
Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты тамамланды

Чемпионат Рәсәй биләмәһендә беренсе тапҡыр уҙҙы һәм Башҡортостан донъяның 55 иленән 1000-дән артыҡ ҡатнашыусыны йыйҙы.

 

Рәсәй йыйылма командаһы грэпплингта беренсе урын яуланы, шул иҫәптән Башҡортостандан Аделина һәм Карина Мырҙабаевалар йыйылма команда иҫәбенә икешәр алтын миҙал килтерҙе.

Ирекле һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәшендә Рәсәй көрәшселәре икешәр алтын миҙал яуланы. Грек-рим көрәше буйынса биш алтын миҙал алыуға өлгәштеләр! Шулай уҡ башҡорт көрәшселәре Сәйед-Хөсәйен Баҡаев һәм Адлан Амриев Рәсәйгә ике алтын миҙал килтерҙе. Башҡорт көрәшселәрен ҡеүәтләп, ябылыу тантанаһына Радий Хәбиров килде.

55 илдән килгән ҡатнашыусы чемпионаттан баһалап бөткөһөҙ спорт тәжрибәһе һәм ҡунаҡсыл Башҡортостан тураһында йылы иҫтәлектәр алып китәсәк.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: