Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 17:18

Арғаяш районында “Белем” мәғариф фестивале үтте.

Ул Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе араһындағы Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә ойошторолдо. Сарала Ҡолой, Бәжекәй, Яраткүл, Ҡорман, Дәрбиш, Ҡуйһары, Арғаяш ауылындағы 2-се урта мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.

Арғаяш районында “Белем” мәғариф фестивале үтте.
Арғаяш районында “Белем” мәғариф фестивале үтте.

Сараны Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов, Арғаяш районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гөлнара Мусина, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Ильяс Сафиулин асып ебәрҙе. Башҡортостандың мәғариф министрлығының әйҙәүсе белгесе Гөлсөм Дилмөхәмәтова республиканың мәғариф учреждениеһы вәкилдәре менән таныштырып үтте. Сара мәктәп уҡыусыларына оҫталыҡ дәрестәре өсөн маршрут ҡағыҙҙары таратып сығыуҙан башланды. Улар Башҡортостандың белем алыу учреждениелары, яңы мөмкинлектәр менән танышты, оҫталыҡ дәрестәрендә һәләттәрен һынаны. Арғаяш районы хакимиәте башлығы Игорь Ишимов Әлфир Байымов менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен, мәғариф һәм профориентация өлкәһендәге проблемаларҙы тикшерҙе. Мәғлүм булыуынса, Арғаяш районының 17 мәктәбендә башҡорт теле фән булараҡ уҡытыла, ә тағы өс мәктәптә факультатив дәрестәрҙә өйрәнәләр. Асыҡланыуынса, башланғыс кластар өсөн туған телдәге уҡыу әсбаптарына ҡытлыҡ бар. Әйткәндәй, мәғариф тармағында Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе араһындағы хеҙмәттәшлек хаҡында өлкә педагогтары кәңәшмәһендә лә һүҙ булды, был мәсьәләгә Силәбе өлкәһе губернатора Алексей Текслер айырым иғтибар бирә. “Белем” фестивален Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте ойошторған. Сарала Башҡотостандың алдынғы, инновациялы төп дөйөм белеү биреү учреждениелары ҡатнашты. Атап әйткәндә, һүҙ Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика гимназия-интернаты, Республика инженерный лицей-интернаты, Сибай гимназия-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты хаҡында һүҙ бара. “Белем” фестивалендә 11 йәшлек һәм унан өлкәнерәк балалар, уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Улар республиканың уҡыу йорттары презентацииялары менән ихлас танышты, был уҡыу йорттарына инең шарттары менән яҡынданыраҡ танышты, консультацион, танышыу майҙансыҡтарында күп яңылыҡтар белде. Ҡурайҙа уйнау, милли биҙәүестәр эшләү, нейрофизиология, ракета төҙөү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә, квесттарҙа көсөн һынаны. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында бәйгеләр ҙә ойошторолдо, ҡиммәтле приздар тапшырылды. Комментарий Башҡортостандың мәғариф министрлығының әйҙәүсе белгесе Гөлсөм ДИЛМӨХӘМӘТОВА: – “Белем” төбәк-ара мәғариф фестивалендә ҡатнашыусылар республикалағы уҡыу йорттарының йүнәлештәре, белем биреү принциптары, алдарына ҡуйған маҡсаттары менән танышты. Сара сиктәрендә планлаштырған эштәр емешле һәм һөҙөмтәле булды. Ҡатнашыусылар мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәрендә шөғөлләнде, фекер алышты, һәр йәһәттән файҙалы мәғлүмәттәр алды. Яңы уҡыу йылында республикабыҙҙың инновацион мәктәптәрендә уҡырға теләк белдереүселәр һаны бермә-бер артыр, тип уйлайым. Фестивалгә балалар ғына түгел, ата-әсәләр, уҡытыусылар, төрлө ойошма етәкселәре лә йыйылған ине. Шулай уҡ Силәбе, Миәс ҡалаларынан, Сосновка районынан ҡатнашыусылар ҙа булды. Милләттәштәр бик ихлас ҡаршы алды. Силәбе өлкәһе һәм урындағы үҙидаралыҡ етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Фестиваль барышында башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытылған белем йорттарына уҡыу әсбаптәре, әҙәби китаптар, башҡорт теле кабинеттарын йыһазландырыу өсөн стендтар, балалар баҡсаларына методик ҡулланмалар, эш дәфтәрҙәре тапшырылды. “Белем” төбәк-ара мәғариф фестиваль барлыҡ ҡатнашыусыларҙа яҡшы һәм иҫтәлекле тәҫьораттар ҡалдырҙы. Ғөмүмән, Силәбе өлкәһе үҙенсәлекле, гүзәл төбәк, халҡы ла ихлас, ҡунаҡсыл. Улар үҙҙәренең тарихын һәм туған телен һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Был фестиваль артабан да үткәрелергә тейеш, минеңсә.

Арғаяш районында “Белем” мәғариф фестивале үтте.
Арғаяш районында “Белем” мәғариф фестивале үтте.
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: