+16 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Август 2021, 20:38

IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатын асыу тантанаһына килегеҙ!

Унда Рәсәйҙең билдәле сәхнә йондоҙҙары ла сығыш яһай. Сара 25 августа 20.00 сәғәттә “Ватан” паркында уҙасаҡ.

IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатын асыу тантанаһына килегеҙ!
IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатын асыу тантанаһына килегеҙ!

 

Чемпионатты асыу тантанаһында 19.00 сәғәттән һуң “Добро” төркөмө сығыш яһаясаҡ. Йырсы Егор Кридтың сығышы 21.30 сәғәткә планлаштырылған.

2021 йылдың 25 авгусы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән 3500 ҡыҙ һәм егетте Башҡортостан баш ҡалаһына туплаясаҡ. Улар профессиональ оҫталыҡ ярыштарында "WORLDSKILLS Russia" стандарттары буйынса көс һынашасаҡ. Программаға 1000 дрон ҡатнашлығындағы шоу, мауыҡтырғыс байрам фейерверкы ла индерелгән. Бөтә эпидемиологик саралар – битлек кейеү, социаль ара һаҡлау – үтәлергә тейеш.

Был сара урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениеларының 16 йәштән 26 йәшкә тиклемге студенттары һәм 16 йәшкә ҡәҙәрге уҡыусылар араһында үткәрелә. Ул “Мәғариф” милли проектына ингән “Йәш профессионалдар” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы уҙғарыла. Башҡортостан командаһы составында – 498 кеше, уларҙың 280-е – конкурста ҡатнашыусылар, 218-е – эксперттар. Рәсәйҙең 76 төбәгенән килгән вәкилдәр оҫталыҡта көс һынашасаҡ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: