+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Август 2021, 21:25

“Икмәк бешереү” буйынса майҙансыҡ эшләй башланы

Йәш профессионалдар паркында "WorldSkills Russia-2021" чемпионаты финалын уҙҙырыу майҙансыҡтары әҙерләнгән. Беренселәрҙән булып “Икмәк бешереү” компетенцияһы буйынса майҙансыҡ эшләй башланы.

“Икмәк бешереү” буйынса майҙансыҡ эшләй башланы
“Икмәк бешереү” буйынса майҙансыҡ эшләй башланы

“Икмәк бешереү” компетенцияһын үткәреү майҙансығында ҡамыр йәйеү өсөн шкаф, ҡамыр йәйеү машинаһы, ҙур өҫтәлдәр, конвекцион һәм таш мейестәр урынлаштырылған. Әйткәндәй, бындай яйланма бер нисә яруслы булыуы менән үҙенсәлекле.

“Был – заманса йыһаздар, бындай мейестәр хәҙерге ваҡытта аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең юғары технологиялары предприятиеларында, шулай уҡ  эре ресторандарҙы һәм кафеларҙа ҡулланыла. Хәҙер барыһы ла тулҡынлана һәм юғары һөҙөмтәләр көтә. Ойоштороусылар “Йәш профессионалдар” паркы майҙансығын яҡшы әҙерләгәнгә күрә, беҙ барыбыҙҙың да барыһы ла килеп сығасағына ышанабыҙ!” – тип билдәләп үтте Өфөнөң Тармаҡ технологиялары колледжының “Ғәмәли квалификация күп функциялы үҙәге” етәксеһе Людмила Николаева.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: