Йыйын арҙаҡлы тарихи шәхес — Ҡатай улусы старшинаһы Ғимран Нуховҡа таҡтаташ асыу, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға мемориалға сәскә һалыу менән башланды.
Ғимран Нухов ҡатай ырыуының арҙаҡлы шәхесе, 1900-1917 йылдарҙа Ҡатай улусына етәкселек итә. Сермән тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Рәмзиә Мамедова уның биографияһы менән таныштырҙы.
«Ғимран Нухов Ҡатай улусы, бигерәк тә Сермән ауылы өсөн бик күп эштәр башҡара. Ул идара иткән ваҡытта Сермәндә ун биш урынлыҡ дауахана, ике класлы рус-башҡорт мәктәбе асыла. 1900 йылда һалынған улус идаралығы йорто беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. 1919 йылда унда балалар өсөн приют асыла, унда Башҡортостандың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, яҙыусы Мөхитдин Тажи тәрбиәләнә. Әле был йортта мәсет урынлашҡан», — тип һөйләне Рәмзиә Мамедова.
Артабан саралар төп майҙанда — Сермән ауылы эргәһендәге яланда башланды. Байрамды асып Андрей Иванюта Белорет районының төп ҡатай биләмәһе булыуын билдәләне.
«Минеңсә, ҡатай ырыуы иң әүҙем, иң татыу башҡорт ырыуылыр, башҡаларға уларҙан өлгө алырлыҡ. Беҙҙең көс берҙәмлектә, дуҫ һәм татыу булыуҙа», — тип билдәләне район башлығы.
Йыйында ҡатнашыусыларҙы республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла сәләмләне.
«Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт тарихы йылы тип иғлан иткәйне. Республика буйлап ырыуҙар йыйындары, шәжәрә байрамдары үтә, уларҙа халҡыбыҙҙың тарихы барлана, үҫеп килеүсе быуынға еткерелә. Һуңғы йылдарҙа тарихты күсереп яҙырға тырышыу, илебеҙҙең ҡаҙаныштарын инҡар итергә тырышыу күренештәре йышайҙы. Шуға ла йәштәр иленең, халҡының үткәнен, үҙ тамырҙарын белергә, уны һаҡларға тейеш. Ҡатайҙар иһә быйыл унынсы тапҡыр йыйыла, улар иң әүҙем ырыуҙарҙың береһе. Был йәһәттән ырыу башлығы Рәнис Алтынбаевтың тырышлығын билдәләргә кәрәк. Тағы ла шуны әйтергә теләйем, милләттәштәребеҙ тарихын ғына түгел, телен дә белһен һәм һаҡлаһын ине», — тине Эльвира Айытҡолова.
БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары, Ҡатай ырыуы башлығы Рәнис Алтынбаев ырыу йыйыны тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте.
«Ҡатай йәштәре йыйыны йыл һайын башҡа бер төбәктә уҙғарыла. Ике йыл элек ул Ҡыйғы районында үтте, эстафетаны Балаҡатай алды. Былтыр пандемия сәбәпле тулы кимәлдә йыйылып булманы, сара онлайн рәүештә үтте һәм эстафета Белоретҡа, Сермән ауылына тапшырылды. Әйтергә кәрәк, беҙҙең йыйындарҙа Таш күтәреү, Ҡатай көрәше кеүек беҙҙең яҡтарға ғына хас спорт ярыштары тергеҙелде. Элек гер булмаған бит ине, шуға батырҙар таш күтәреп көс һынашҡан. Ҡатай көрәше иһә һыбай килеш көрәшеү, ярышташты атынан һөйрәп йә этеп төшөрөү. Бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс тамаша.
Быйылғы сараға килгәндә, тирә-яҡта янғын - ә һеҙҙә байрам, тиеүселәр табылыр. Был йәһәттән шуны әйтер инем, район хакимиәте менән һөйләшеү булды, ошо яландан ирекмәндәр отряды төҙөп ут һүндерергә барырға теләк барлығы хаҡында әйтелде. Тик янғын кеше барып етерлек булмаған таулы урындарҙа, шуға ла ирекмәндәр ярҙам итә алмаясаҡ, тигән яуап алдыҡ», — тип һөйләне Рәнис Алтынбаев.
Рәсми өлөштән һуң байрамдың төп саралары башланды. Төрлө майҙансыҡтарҙа уҡтан атыу, таш күтәреү, көрәш буйынса бәйгеләр уҙҙы. Иң күп тамашасы йыйған бәйге ысынлап та Ҡатай көрәше булды, мауыҡтырғыс һәм көсөргәнешле алышта Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Илфат Наҙырбаев еңеп сыҡты.
Бынан тыш Ҡатайбикә, Йәш ҡатай, Мәргән уҡсы, Таш күтәреү ярыштары үтте. Байрам район һәм Өфө артистары ҡуйған сағыу концерт менән тамамланды. Рөстәм Ғиззәтуллин, Нәркәс Сиражетдинова, Искәндәр Ғәзизов, Рәил Өмөтбаев, Әлим Ҡәйүмов, Заһир Иҫәнсурин, Вилмир Әүбәкиров һәм башҡа бик күп йырсыларҙың сығышы халыҡтың күңеленә хуш килде. Концерт һуңында йыйын эстафетаһы тапшырылды. Ҡатай йәштәре йыйынын Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы ҡабул итеп алды.
Ҡоролтай төркөмөнән.