+5 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2021, 17:41

Мишкә районында полилингваль гимназия асыласаҡ

Гимназияла марый телен  өйрәнеүгә өҫтөнлөк биреләсәк. 

Мишкә районында полилингваль гимназия асыласаҡ
Мишкә районында полилингваль гимназия асыласаҡ

Мишкә ауылында марый телен өйрәнеү буйынса полилингваль гимназия асыу күҙ уңында тотола. Был турала бөгөн Мишкә районы халҡы менән аралашҡанда республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

– Республикала 4 полилингваль мәктәп эшләй инде:  Өфөлә – икәү һәм Стәрлетамаҡ менән Нефтекамала. Уларҙың өсәүһе – башҡорт, береһе татар теле буйынса. Ә Мишкәлә бер мәктәптең нигеҙендә марый телен өйрәнеү буйынса гимназия буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Балалар рус, марый һәм инглиз телендә белем аласаҡ.

Мишкә районынан беҙ яратып уҡыған әҙәбиәтебеҙ классиктары Шәйехзада Бабич, Али Карнай, Флорид Бүләков кеүек әҙиптәребеҙ сыҡҡан. Яҙыусы, тәржемәсе, фольклорсы, этнограф, библиограф Яныш Ялкайн да Мишкә районында тыуған. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: