Ул Рәсәй хөкүмәтенең был ҡарарын Башҡортостан юғары белем биреү системаһы һәм фәненең һуңғы йылдарҙағы иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе тип баһаланы.
Юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм хөкүмәтебеҙҙең оҙаҡ йылдар дауамында алып барған эштәре тормошҡа ашасаҡ.
Донъя кимәлендәге кампусҡа студенттар һәм уҡытыусылар өсөн дөйөм ятаҡтар ғына түгел, ғилми лабораторийҙар, спорт һәм мәҙәни учреждениелар ҙа инәсәк. Быларҙың барыһы ла ҡала үҙәгендә буласаҡ, ти Радий Хәбиров сәхифәһендәге яҙмаһында.