Ненад Лалович Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән осрашасаҡ. Шулай уҡ ул Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгенә барасаҡ.
Бөгөн "Өфө-Арена"ла ирекле һәм грек-рим көрәше буйынса ярыштар башлана. 16 һәм 17 августа ирекле, 18 һәм 20 августа - ҡатын-ҡыҙҙар көрәше була. Грек-рим көрәше чемпионаты 20 һәм 22 августа тамамлана.
Юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатын асыу тантанаһы 17 августа "Өфө-Арена"ла 16:00 сәғәттә башлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 һәм 14 августа Өфөлә юниорҙар донъя чемпионаты сиктәрендә грэпплинг һәм грэпплинг-ги буйынса ярыштар уҙҙы. Ике көн эсендә Рәсәй спортсылары 39 алтын, 24 көмөш һәм 23 бронза яуланы. Ҡаҙағстан наградалар һаны буйынса икенсе урында - 18 алтын, 23 көмөш һәм 22 бронза.
Фото: Александр Орешников.