Яңы автобустар Өфөгә, республиканың 30 районына һәм Сибай коррекция мәктәбенә юл алды.
“Яңы мәктәп автобустары иҫке, хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән транспортты алыштырасаҡ, уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн яңы маршруттар асырға мөмкинлек бирәсәк. Мин уңайлы автобустарҙа йөрөйәсәк балалар өсөн бик шат. Беҙ артабан да мәктәп автобус паркын яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.