“Сир һуңғы осорҙа шаҡтай йәшәрҙе, бөгөн беҙ уның дельта-коронавирус штаммы менән эш итәбеҙ. Ул балаларҙы ла зарарлай. Беҙҙә бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле – дүрт бала ИВЛ аҫтында ята! Шуға ла мәктәптәрҙә уҡытыусыларҙы вакцинациялау бик мөһим”, – тине республика етәксеһе.
Балалар коронавирусты еңел үткәрә, әммә диабет кеүек сирҙәре булғандар ҡаты ауырый. Радий Хәбиров, уҡыуҙың беренсе аҙнаһында , риск төркөмөнә ингән балаларҙы ата-әсәнең теләге буйынса дистанцион уҡытыуға күсерергә мөмкин, тип билдәләп үтте.