Экскурсилар Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, “Торатау” геопаркы һәм “Ломая барьеры” социаль технологиялар үҙәге партнерлығында ойошторола.
Уникаль тәбиғәт объектына 10 “үҙенсәлекле” бала һәм уларҙың ата-әсәһе 10 августа барып ҡайтты.
Программала – Торатау шиханының тарихы – боронғо диңгеҙҙең урыны тураһында тыңлау, сәй эсеү, оҙатып йөрөүсе менән бергә тауға күтәрелеү.
Фото: Башинформ