Филиппиндан килеп төшкән грэпплинг буйынса йыйылма командаһын халҡыбыҙҙың матур йолаһына ярашлы ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршыланылар.
"Быға тиклем Башҡортостан хаҡында ишеткәнебеҙ булманы", - тинеләр йәш спортсылар. Милли көрәш хаҡында ла тәүгә ишетеүҙәре икән. Филиппиндарҙы ҡаршы алған журналистар был хәлде төҙәтергә ашыҡты: спортсыларға көрәш тураһындағы видеоны күрһәтте. Сит ил ҡунаҡтары был спорт төрөндә бил һынап ҡарарға теләк белдерҙе.
Йәш, әммә мыҡты кәүҙәле спортсылар араһында бәләкәй бала күтәргән йәш ҡатын иғтибарҙы йәлеп итте. Баҡтиһәң, ул 2009 йылда джиу-джитс буйынса донъя чемпионы булған, 2014 йылда үткән Пляж Азиат уйындарында алтын миҙал яулаған Мэйбеллин Масуда икән. Өфөләге беренселеккә ул йәш спортсыларға остаз ролендә килгән.
- Ҡыҙымдан айырыла алмайым, уға ни бары 4 йәш. Ойоштороусыларға хәлемә кереп уны үҙем менән алырға рөхсәт иткәндәре өсөн рәхмәт. Был чемпионаттан мин көсөргәнешле, сағыу көрәштәр көтәм, - тине ул.
Юниорҙар араһында көрәш буйынса донъя чемпионаты 13 август башланып 22 августҡа тиклем дауам итә. Ярыштарҙа илленән ашыу ил, 1500 спортсы ҡатнаша.