Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса юниорҙар йыйылма командаһы 11-23 август үтәсәк спорт көрәше буйынса донъя беренселеге сиктәрендә Өфөлә асыҡ күнекмәләр уҙғарҙы. Баш тренер Николай Монов ярышҡа әҙерлек алымдары хаҡында һөйләне.
Йыйылма команда составында Башҡортостан көрәшселәре лә бар – республика данын Адлан менән Алан Амриевтар һәм Сәйет-Хөсәйен Бакаев яҡлаясаҡ.
Уларҙың кемеһе һөҙөмтәлә төп составҡа эләгеүе ярыштар башланыр алдынан билдәле була.
Беренселек үҙе “Өфө-арена”ла уҙа, бында спортсылар грек-рим көрәше, ирекле көрәш, грэпплинг олимпиада һәм олимпиада булмаған дисциплиналар буйынса көс һынаясаҡ.
Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса юниорҙар йыйылма командаһының баш тренеры, атҡаҙанған спорт мастеры Николай Монов журналистар менән аралашты.
“Оҙон юл үттек, һөҙөмтәле эш эшләнек, беҙҙең бары тик бер бурыс ҡалды – егеттәрҙә көрәш рухы булдырыу. Улар бер аҙ ял итәсәк, көс туплаясаҡ, һәм был көстө, еңеүгә булған бар ынтылышын ярыштарға йүнәлтәсәк”, – тине ул.
Николай Алексеевич шулай уҡ төп составҡа спортсыларҙың ни рәүешле һайланыуҙары хаҡында ла һөйләне: донъя беренселегенә әҙерлектең һуңғы этаптарында контроль көрәштәр уҙа, унда кемдең ниндәй формала икәнлеге билдәләнә, һөҙөмтәлә тренерҙар штабы ултырышында төп составҡа көрәшселәр һайлап алына.
Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса юниор йыйылма командаһының төп составы беренселек башланырға бер көн ҡалғас, 10 августа билдәле була.
“Ярышҡа әҙерлек шаблоны йылдар буйы өйрәнелгән схема менән бара: сборҙың беренсе көндәрендә күнекмәләр үтә, аҙаҡ контроль көрәш, аҙаҡ инде спортсылар ял итә, көс туплай”, – тине Николай Монов.
Баш тренерға Өфө лә, донъя беренселегенә әҙерлек шарттары кимәле оҡшаған: “Барыһы ла юғары кимәлдә, был беҙгә уңышлы сығыш яһарға ярҙам итер, тигән өмөттәмен”.
Йәш көрәшселәр менән эшләү алымдары хаҡында ла һөйләне тренер, бында көрәшселәрҙе гел дә дәртләндереп торорға, рухтарын һындырырға кәрәкмәй икән. Шул уҡ ваҡытта күнекмәләр еренә еткерелеп уҙырға, егеттәрҙе буш тоторға ла ярамай. “Минең төп бурысым: көрәшселәр “Мин иң яҡшыһы, мин әҙер, мин булдырам” тигән уйҙа булыуына өлгәшеү”, – тине Николай Монов.