“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының ике эше “МедиаБренд” дизайн һәм промоушен конкурсы финалына сыҡты. Быйыл конкурста 83 ҡатнашыусы компаниянан 878 эш ҡатнаша.
“Төбәк телевидениеһының иң яҡшы проморолигы” номинацияһында “Тамыр” Бүрәттәрҙең - «АригУс», Мәскәүҙең - “М24” һәм Краснодар крайының “Кубань24” каналдары менән көс һынашасаҡ.
Ә “Иң яҡшы ивент” номинацияһында башҡорт телеканалы НТВ, 5-се канал, START видеосервисы менән шорт-листа бер рәттә. Жюри “Бирешмә” балалар премияһының презентацияһын юғары баһаланы.
“МедиаБренд” конкурсы йылына бер тапҡыр уҙғарыла, заманса медиа-маркетинг һәм дизайн өлкәһендә иң яҡшыларҙы асыҡлауға йүнәлдерелгән. Еңеүселәрҙе 13 сентябрҙә Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында иғлин итәсәктәр.