+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 16:59

Тәтешле районында ауыл хужалығы йәрминкәһе һәм концерт уҙҙы

Балалар күңелле старттар, ярыштар, аттракциондар ярҙамында күңел асты. Элвин Грейҙың сығышы ла кескәйҙәрҙең шатлыҡ сәбәбе ине.

Тәтешле районында ауыл хужалығы йәрминкәһе һәм концерт уҙҙы
Тәтешле районында ауыл хужалығы йәрминкәһе һәм концерт уҙҙы

Урындағы халыҡ, бигерәк тә балалар Элвин Грейҙы тыңлап, йырҙарына бейеп кинәнде.

 

Үрге Тәтешле ауылының үҙәк майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе һәм концерт уҙҙы. Фермерҙарҙың һатыу нөктәләренән тыш, бында балалар, йәштәр өсөн майҙансыҡтар ҙа эшләне. Сара һуңында билдәле йырсылар йыйылған халыҡты концерт менән ҡыуандырҙы.

 

Йәрминкәлә 30-ға яҡын бал төрҙәре тәҡдим ителгән.

 

Балалар күңелле старттар, ярыштар, аттракциондар ярҙамында күңел асты. Элвин Грейҙың сығышы ла кескәйҙәрҙең шатлыҡ сәбәбе ине.

 

Радик Юльъяҡшин үҙе был йәрминкәнең халыҡтар дуҫлығы дәлиле икәнлеген, Тәтешлелә күп дуҫтары булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

 

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: