+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 15:32

Гөлназыбыҙ Олимпиада чемпионы!

Гөлназ бәләкәйҙән еңеүгә ынтылыусан ҡыҙ булып үҫә. Был ныҡышмалылығы уға быйылғы Олимпиада уйындарында рекорд ҡуйырға булышлыҡ итә. 

Гөлназыбыҙ Олимпиада чемпионы!
Гөлназыбыҙ Олимпиада чемпионы!

Токиялағы Олимпиада уйындарында яҡташыбыҙ Гөлназ Ғөбәйҙуллина 200 метр арауыҡҡа йөҙөү буйынса еңеү яуланы. Ҡыҙҙың һөҙөмтәһе – 2.07,31. Был олимпиада рекорды һанала.

 

Дөйөм бишбәйгелә Гөлназ унынсы урында бара.

 

Гөлназ Яңы Уренгой ҡалаһында тыуа. Ҡыҙға 10 йәш булғанда, ғаиләһе менән Өфөгә күсәләр. Башта Гөлназ йөҙөү менән генә шөғөлләнә, аҙаҡ бишбәйгегә күсә.

2003 йылдан алып спортсы ҡыҙ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа тәүге урындар яулай.

 

Фото: "Башинформ"

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: