+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2021, 13:34

Медицина вертолеты 100-ҙән ашыу кешегә ярҙам иткән

Башҡортостандың санитар авиацияһы ярты йылда райондарға йөҙҙән артыҡ осош башҡарған. Был йөҙҙән артыҡ пациентҡа (шул иҫәптән 34 балаға (бер йәшкә тиклемге 11 сабыйға) махсуслашҡан медицина ярҙамы күрһәтелгән тигән һүҙ. 

Медицина вертолеты 100-ҙән ашыу кешегә ярҙам иткән
Медицина вертолеты 100-ҙән ашыу кешегә ярҙам иткән

Төбәктең санитар авиацияһы хеҙмәте Республика балалар клиник дауаханаһы менән Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ойошторолған.

«Ансат» медицина вертолетында пациенттарҙы ташыуға барыһы ла ҡулайлаштырылған. Бында кислород, ИВЛ аппараттары, яңы тыуған балалар өсөн капсулалар, «тиҙ ярҙам» автомобилдәрендәге кеүек ҡорамалдар бар, туйындырыу борт селтәренән башҡарыла.

Әле республиканың 36 район-ҡалаһына 109 осош яһалған. Сибайға – 19, Белоретҡа – 14, Учалыға – 10 һәм Нефтекамаға – 8 махсус рейс булған.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: