+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2021, 20:03

Малайҙар, “Салауат Юлаев” һеҙҙе көтә!

Шайбалы хоккей буйынса махсуслашҡан "Салауат Юлаев" спорт мәктәбе 2015 һәм 2016 йылда тыған малайҙар өсөн һайлап алыу уҙғара. Тест Өфө ҡалаһының спорт һарайында ( Р. Зорге урамы, 41) үтәсәк.

Малайҙар, “Салауат Юлаев” һеҙҙе көтә!
Малайҙар, “Салауат Юлаев” һеҙҙе көтә!

Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн: тыуыу тураһында таныҡлыҡтың күсермәһе, хоккей менән шөғөлләнеү өсөн тыйыуҙар булмауы тураһында медицина белешмәһе, ҡорһаҡ ҡыуышлығына ультратауыш тикшереүе, ике фотогарфия, форма буйынса ғариза кәрәк.

Ҡабул итеү комиссияһы эш көндәрендә иртәнге 10-дан 16 сәғәткә тиклем эшләй. Көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем тәнәфес.

Спорт мәктәбенә 2015 йылғыларҙың документтары - 16-20 августа, ә 2016 йылғыларҙыҡы 23-27 августа ҡабул ителә. Һынау үтер өсөн алдан 223-85-33 телефоны буйынса яҙылырға кәрәк.

Бер айға түләү хаҡы - 1 500 һум. Дәрестәр 1 сентябрҙән башлана.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән https://hcsalavat.ru/ сайтында танышығыҙ.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: