-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2021, 19:25

Иглиндә беренсе заманса балалар майҙансығы барлыҡҡа килде

5 август көнө Иглин ауылының Еңеү паркында “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу программаһы” сиктәрендә төҙөлгән балалар уйын майҙансығын асыу тантанаһы уҙҙы.

Иглиндә беренсе заманса балалар майҙансығы барлыҡҡа килде
Иглиндә беренсе заманса балалар майҙансығы барлыҡҡа килде

Майҙансыҡ ҙур: 600 квадрат метр ерҙе биләй, балалар хәүефһеҙлеге өсөн майҙан резина япма менән ябылған. Унда тиҫтәнән ашыу уйын объекты ҡуйылған.

Башта проектта балалар майҙансығы ҡаралмай. Әммә аукциондар үткәреү һөҙүмтәһендә өс миллионға яҡын аҡса артып ҡала. Ул аҡса балалар зонаһы төҙөүгә йүнәлтелә лә инде. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы Вице-спикеры Эльвира Айытҡолова фекеренсә, бындай уйын майҙансыҡтары һәр муниципалитетта барлыҡҡа килергә тейеш. “Бигерәк тә Иглин кеүек тиҙ үҫә торған ауылдарҙа, - тине ул. - Бында балалар күп, тимәк, уларҙы уҡытыуҙы, шул иҫәптән өҫтәмә белем биреүҙе, ял итеүҙе дөрөҫ ойоштороу талап ителә. Ғөмүмән алғанда, райондың потенциалы ҙур, перспективалары яҡшы”.

2019 йылда асылған Еңеү паркы ла яңы. Тиҙҙән парк Иглин халҡын ғына түгел, ә бөтә районда йәшәүселәрҙе үҙенә тартып торған урынға әүерелер тип ышанам”, - ти Иглин ауылы башлығы Регина Байдәүләтова.

Паркта “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” федераль программаһы сиктәрендә урынлаштырылған күп функциялы спорт майҙансығы ла бар. Бер йыл эсендә был спорт майҙансығы өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да яратҡан урынына әйләнгән. Урам тренажерҙары бер ҡасан да буш тормай, ти урындағы халыҡ.

Ташландыҡ парктарҙың, буш ятҡан ерҙәрҙең үҙәк бер ергә әйләнеүе ҡыуандыра. Еңеү паркында бөтә ғаиләбеҙ менән ял итәбеҙ, ирем менән спорт менән шөғөлләнәбеҙ, ә балаларҙы уйын майҙансығынан сығарып та булмай, - тип кисерештәре менән уртаҡлаша ике бала әсәһе Дилә Тапаҡова.

Иглин ауылын төҙөкләндереү дауам итәсәк. “Ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә быйыл район Мәҙәниәте йорто ҡаршыһындағы майҙан төҙөкләндереләсәк, ҡоро фонтан һәм яңы аллея барлыҡҡа киләсәк.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: