+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2021, 10:25

Өфөлә "Байыҡ" балалар бейеү конкурсының йомғаҡлау концерты уҙҙы

 Өфөлә башҡорт бейеүҙәрен 3 йәштән 5 йәшкә тиклемге башҡарыусылар араһында «Байыҡ» Республика телевизион конкурсының Гала-концерты үтте. 

Өфөлә  "Байыҡ" балалар бейеү конкурсының йомғаҡлау концерты уҙҙы
Өфөлә "Байыҡ" балалар бейеү конкурсының йомғаҡлау концерты уҙҙы

2020-2021 йылдарҙа, короновирус пандемияһына бәйле, һайлап алыу турҙары онлайн-форматта үтте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан сығыш яһаусы бейеүселәр Гала-концертҡа Өфөгә килде.

"Учалынан Өфөгә, Өфөнән Сургутҡа... Ҡатнашыусыларыбыҙҙың географик картаһы киң. Бына инде 14 йыл рәттән Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған бәйгеселәребеҙҙе  күҙәтеп барыусы тамашасыларыбыҙҙың ҡыҙыҡһыныуы фестивалдең халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеүе тураһында әйтә түгелме?" - тине проект етәксеһе Рита Өмөтбаева.

Төрлө йылдарҙа Ирландия, Турция, Казахстан, Үзбәкстан, Украина, Чечня, Ҡабарҙы-Балҡар, Греция, Осетия, Ҡалмыҡ, Татарстан, Бүрәт, Хаҡас коллективтары конкурс ҡунаҡтары булды. Быйылғы концертта 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында Сорғот ҡалаһы Ханты-Мансы автоном округының "Шатлыҡ" бейеү ансамбле лә булды.

"Башҡортостан милли мәҙәниәтен, халыҡ сәнғәтен үҫтереүгә үҙебеҙҙә генә түгел, ә сит региондарҙа ла шарттар булдырылған. Оҫталыҡ дәрестәре үткәреү йолаға әйләнде, тиһәң дә була. Бында бейеү, йырлау, милли ҡоралдарҙа уйнау ҙа күҙ уңында тотола. Был йәһәттән Рәсәйҙә йәкшәмбе мәктәптәре эшләп килә. Был уҡыуҙарҙың юғары һөҙөмтә биреүе бәйге ваҡытында бик асыҡ күренде, - тип билдәләне  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова.

Проект авторҙары фекеренсә, ижади конкурстарҙа еңелеүселәр булмай. Шулай ҙа жюри иң көслө конкурсаттарҙы билдәләне:
"Яңғыҙ бейеү" номинацияһында Илвир Мырҙағәлин (Белорет районы, "Маршрут" бейеүе) еңеүсе тип табылды. "Дуэт"номинацияһында Диниәр Сәйфуллин һәм Руслан Юлдыбаев  (Ейәнсура районы, «Рекрут» бейеүе) еңде. Ә ансамблдәр араһында еңеүселәр бер нисә булды.

Иң яҡшы ансамблдәр:
Гран-приға «Алтынай» ансамбле (Әбйәлил районы, «Оҫтабикәләр» бейеүе), «Уралтау» балалар хореография студияһы (Учалы ҡалаһы, «Беҙҙең байрам» бейеүе), «Гөрләүек» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Күгәрсен районы, «Башҡортостан йәшлеге» бейеүе) лайыҡ булды. Иң яҡшы йыл етәксеһе тип Азат Буранбаев һайланды (Учалы ҡалаһы).

 

Өфөлә  "Байыҡ" балалар бейеү конкурсының йомғаҡлау концерты уҙҙы
Өфөлә  "Байыҡ" балалар бейеү конкурсының йомғаҡлау концерты уҙҙы
Өфөлә  "Байыҡ" балалар бейеү конкурсының йомғаҡлау концерты уҙҙы
Өфөлә "Байыҡ" балалар бейеү конкурсының йомғаҡлау концерты уҙҙы
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: