Республикала сабыйҙар араһында үлеүселәр һаны 3,3 процентҡа кәмегән. Бер йәшкә тиклем 119 бала үлгән, был 2020 йыл менән сағыштырғанда өс балаға кәмерәк.
“Балалар араһындағы үлем һанының юғары булыу сәбәбе – етлекмәй тыуған сабыйҙар һанының артыуы, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың медицина ярҙамы һорап һуң мөрәжәғәт итеүе һәм халыҡ араһында хроник ауырыуҙарҙың артыуы”, – тине Максим Забелин.