Күсем ауылы янында, Банное күленән бер нисә саҡрым йыраҡлыҡта археологтар бейек таш диуарлы боронғо ҡоролма емереклектәрен тапҡайны. 2019 йылдан башлап ғалимдар әлеге ҡоролманың төҙөлөш серҙәрен асыу өҫтөндә эшләйҙәр. Тикшеренеүҙәр был ҡоролма емереклектәренә 2300 йыл тирәһе икәнен күрһәткән!
Был археологик экспедиция уның майҙансығында “Төньяҡ амурҙары” мәктәп лекторийы эшләй башлауы менән дә үҙенсәлекле. Проект сиктәрендә ғалимдар балаларға серле археология донъяһын аса, фән менән таныштыра. Археологтар фекеренсә, быларҙың барыһы ла үҫмер тормошона үҙгәреш индермәй ҡалмаҫ.
Өс йыл эсендә Башҡортостандан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән 200-ләгән бала ҡатнаша алған. Быға коронавируслы 2020 йыл да ҡамасаулай алмай. Ул мәлдә экспедиция хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ғалимдарҙы йәлеп итә, улар ярҙамында тарих һәм археология буйынса видео-курстар булдыра.