Уҡырға кергәнме-юҡмы икәне әлегә билдәһеҙ, әммә Алисаның атаһы быға шикләнмәй. МДУ ректоры Виктор Садовничий ҙа быны мөмкин тип һанай.
Тепляковтар ғаиләһендә ете бала, уларҙың береһе лә мәктәпкә йөрөмәгән – барыһы ла өйҙән, ата-әсәһе төҙөгән методика буйынса белем ала. Ғаилә башлығы МДУның психика факультетын тамамлаған, ғаилә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй һәм бының өсөн эш хаҡы ала. Алиса ғаиләлә иң өлкәне. Уның Хеймдалль исемле ҡустыһы ла вундеркинд – ете йәшендә ОГЭ тапшырған.
“Ҡыҙым имтиханды бик яҡшы тапшырҙы. 8 йәш булған өсөн генә түгел. Күбеһенең МДУға имтихан һөҙөмтәһе насарыраҡ та әле. Бюджетҡа үтә алмаһаҡ, түләп уҡыясаҡбыҙ”, - ти ҡыҙҙың атаһы.