31 июлдән алып 2 августҡа тиклем баш ҡалабыҙҙа “Еңеү поезды. Фән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” исемле үҙенсәлекле күргәҙмә үтә.
Поезд составында урынлашҡан экспозицияны теләгән һәр кем ҡарай ала.
“Еңеү поезды” – донъялағы тәүге күсмә иммерсив инсталяция. Нигеҙендә – машинист Лидия һөйләгән иҫтәлектәр. Уның прототибы – ҡорал һәм боепирастар тейәлгән эшелонды фронт һыҙығына еткергән Елена Чухнюк.
Күргәҙмә ысын-ысында ваҡыт машинаһы һымаҡ: уның эсенә күҙ һалаһың да, ауыр һуғыш йылдарына барып сыҡҡандай булаһың.
Еңеү поезын ҡарау бушлай. Бының өсөн https://поездпобеды.рф/ һылтанмаһы аша теркәлеү үтергә кәрәк.