+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2021, 13:15

Инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр кафеларҙа, магазиндарҙа сираттан тыш хеҙмәтләндерелә башлай

Документ ҡул ҡуйылған көндән — 26 июлдән көсөнә инде.

Инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр кафеларҙа, магазиндарҙа сираттан тыш хеҙмәтләндерелә башлай
Инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр кафеларҙа, магазиндарҙа сираттан тыш хеҙмәтләндерелә башлай

Рәсәйҙә инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр магазиндарҙа, кафеларҙа, социаль һәм башҡа учреждениеларҙа сираттан тыш хеҙмәтләндерелә башлай. Ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Был документ инвалидтарға дәүләт ярҙамы тураһындағы 1992 йылғы указға (сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында I һәм II төркөм инвалидтары сираттан тыш хеҙмәтләндерелә) үҙгәрештәр индерә.

Яңы указ менән «инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр» ҙә ошо категорияларға ҡарай.

 

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: