Сара йәйәүлеләрҙе бәрҙереүгә бәйле юл-транспорт һәләкәттәрен иҫкәртеү буйынса профилактик эште көсәйтеү һәм ҡала юлдарында хоҡуҡ тәртибен нығытыу өсн үткәрелә. «Быйылғы йылдың ете айында Өфө территорияһында 273 йәйәүлене бәрҙереү осрағы теркәлгән, һөҙөмтәлә ете кеше үлгән, 281 кеше төрлө дәрәжәлә тән йәрәхәте алған», - тип хәбәр итә баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһы. Профилактик саралар ваҡытында тейешле булмаған урында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған йәйәүлеләргә ҙур иғтибар бирәсәктәр.