+21 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
26 Июля 2021, 06:40

Вакцина эшләтмәйенсә ресторандарға инеп булмаясаҡ

Прививка эшләтмәгәндәр өсөн сикләү сарлары бөгөндәнүҙ көсөнә инде.

Вакцина эшләтмәйенсә ресторандарға инеп булмаясаҡВакцина эшләтмәйенсә ресторандарға инеп булмаясаҡ
Вакцина эшләтмәйенсә ресторандарға инеп булмаясаҡ

Башҡортостанда 26 июлдән ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш йүнәлешендәге учреждениеларға инеү өсөн вакцинация үтеү хаҡында сертификат (шул иҫәптән беренсе компонент менән), прививка эшләтергә ярамауы йәки кире һөҙөмтәле ПЦР-тест булыуы тураһында талап көсөнә инде, тип белдерә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Һүҙ бында ябыҡ биналарҙа эшләгән (50 йәки унан ашыуыраҡ урынлы) дөйөм туҡланыу ойошмалары, матурлыҡ салондары, косметика һәм СПА-салондар, массаж салондары, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу ойошмалары, студент ятаҡтары, ҡала-ара пассажирҙар ташыу автотранспорты һәм «Орлан» ҡала яны поезы тураһында бара.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас