+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2021, 15:53

"Һуғыш балалары"на полярниктар музейына экскурсия ойошторғандар

"Уларҙың бала саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, һуғыштың бар ауырлығын үҙ иңдәрендә татығандар..."

"Һуғыш балалары"на полярниктар музейына экскурсия ойошторғандар
"Һуғыш балалары"на полярниктар музейына экскурсия ойошторғандар

Өфөлә "һуғыш балалары" В. И. Альбанов исемендәге полярниктар музейына сәйәхәт ҡылдылар.

 

Экскурсиянан һуң уларға тантаналы рәүештә танытмалар тапшырылды.

 

Бындай саралар ошо категорияға ҡараған граждандарҙы мөмкин тиклеп йәлеп итеү маҡсаты менән көн дә тиерлек ойошторола.

 

"Уларҙың бала саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, һуғыштың бар ауырлығын үҙ иңдәрендә татығандар.

 

"Һуғыш балалары" айырым статусы ветерандарға аҡсалата ярҙамдан тыш башҡа социаль льготалар юлларға ла ярҙам итә", - тине "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең төбәк башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Мельников танытмаларҙы тапшырған ваҡытта.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: