+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2021, 23:41

Өфөнөң Киров районында “Һуғыш балалары сәғәте” үтте

Ул һәр кесаҙна һайын ойошторола.

Өфөнөң Киров районында “Һуғыш балалары сәғәте” үтте
Өфөнөң Киров районында “Һуғыш балалары сәғәте” үтте

Ул һәр кесаҙна һайын ойошторола.

 

Сараны “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе ярҙамы менән Киров районы хакимиәте ойоштора.

 

Был аҙналағы осрашыу “Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы” темаһына үтте.

 

Бала саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән ветерандар хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Был осрашыуҙа Киров районында йәшәгән 15 ветеранға “Һуғыш балалары” танытмаһы тапшырылды.

 

Һуғыш балалары хаҡындағы закон проекты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы тарафынан быйылғы яҙҙан алып тормошҡа ашырыла башланы. Уның сиктәрендә 1927 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем арауыҡта донъяға килгәндәргә “Һуғыш балалары” статусы беректерелә. Был статус медицина ярҙамын алыуҙы еңелләштерә, сираттан тыш ял йорттарына юллама юллауға булышлыҡ итә. Һуғыш балаларына бер тапҡыр хөкүмәт тарафынан аҡсалата ярҙам да күрһәтелә.

 

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда йәмғеһе 189 мең һуғыш балалары иҫәпләнә.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: