-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2021, 13:39

13 проекттың эше һөҙөмтәле тип табылды

Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы башлығының республика халыҡтары телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса гранттар конкурсында еңеүсе проекттарҙы тәбрик итеү тантанаһы булып уҙҙы.

13 проекттың эше һөҙөмтәле тип табылды
13 проекттың эше һөҙөмтәле тип табылды

Конкурс барышында байтаҡ эштәр башҡарылды. Әйтәйек, Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы ойошторған “Башҡорт теле – башҡорт иле” йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе проекты сиктәрендә республиканан ситтә – Ырымбур, Силәбе, Төмән өлкәләрендә, Пермь крайында һәм башҡа төбәктәрҙә һигеҙ йәкшәмбе мәктәбе асылды һәм уңышлы эшләп китте. Улар мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларға башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәтеүгә йүнәлтелгән.

Дәүләкән районы 3-сө башҡорт гимназияһының “ЖиТЕЛЬ” милли студияһы иһә уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә башҡорт һәм рус телдәрендә спектаклдәр ҡуйыу  эшендә ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе.  

“БЕЛемАЛ” ( Ишембай ҡалаһының 14-се дөйөм белем биреү мәктәбе) проекты балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр өсөн шиғырҙар, мәҡәлдәр, йомаҡтарҙан торған башҡорт алфавитын, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “BashFieldword” (“Башфилворд) интерактив өҫтәл уйынын һәм башҡорт телен  өйрәнеү өсөн “БелемАЛ” ҡушымтаһын тәҡдим итте.

Башҡорт телендәге “Балалар” (Өфөлә З.Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы) анимация видео-китаптары башҡорт телен еңел генә өйрәнеүгә йүнәлтелән. Ә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғән гимназия-интернаты ойошторған “Башҡортостан ынйылары”  проектында балалар үҙҙәре йәнһүрәт төшөрөүҙә ҡатнаша, улар ярҙамында башҡорт мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын өйрәнергә мөмкин.

“Проекттарҙы презентациялауҙы Фонд беренсе тапҡыр уҙғара, –  тине БР граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Люциә Юлыева. – Беҙ алдыбыҙға ҡуйған төп бурыс – туған телде өйрәнеүҙең уңышлы юлдарын табыу, уларҙы республика буйынса таратыу һәм ҡулланыу. Уңышлы проекттар тураһында халыҡ араһында билдәле булған һайын, күберәк ҡатнашасаҡтар ҙа. Был формат дәүләт телен, республика  халҡының  телдәрен үҫтереү буйынса уңышлы идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы майҙансыҡ булыр тип өмөтләнәбеҙ”.   

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: