+12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2021, 19:07

“Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева эш сәфәре менән Башҡортостанға килде

"Мәктәптәргә инфраструктура һәм методик база кәрәк икәненә шик юҡ. Был мәсьәләлә мөмкин булған ярҙамды күрһәтербеҙ”, – тине ул.

“Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева эш сәфәре менән Башҡортостанға килде
“Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева эш сәфәре менән Башҡортостанға килде

22 июлдә “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Башҡортостан Республикаһына эш сәфәре менән килде, Өфөнөң Калинин районындағы дөйөм белем биреү үҙәгендә булды.

Осрашыуҙың маҡсаты – “Сириус”тың республика селтәренең мәғариф өлкәһе эксперттары, ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре менән Башҡортостанда мәғарифты комплекслы үҫтереү буйынса фекер алышыу.

Ҡунаҡтар федераль бюджет аҡсалары ҡатнашлығы менән төҙөлгән балалар баҡсаларын ҡараны, педагогтар һәм балаларҙың ата-әсәләре менән аралашты. Белем биреү усағының майҙаны 25 мең квадрат метрҙан ашып китә. Үҙәк 345 урынға иҫәплангән 58-се балалар баҡсаһын, 1650 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм спорт блогын үҙ эсенә ала. Хәҙерге ваҡытта балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған, мәктәп төҙөлөшө алып барыла.

Елена Шмелева объект һәм белем биреү мөхите менән танышты. Бында балалар өсөн махсус кластар, лабораториялар ойоштороу, төрлө интерактив йыһаздар менән йыһазландырыу ҡаралған. Үҙәктең педагогтары һәм әсәй-атайҙар Елена Шмелева менән мәғариф һәм инфраструктура тураһында фекер алышты. “Бөтә мәктәптәргә лә инфраструктура һәм методик база кәрәк икәненә шик юҡ. Был мәсьәләлә мөмкин булған ярҙамды күрһәтербеҙ”, – тине ул. Шулай уҡ “Сифатлы белем биреүҙең төп критерийҙарының береһе – кадрҙар әҙерләү” икәнен билдәләп үтте. “Мәғариф системаһы балаға белем бирергә генә түгел, уны өйрәтергә лә тейеш. Балалар үҙ-үҙеңде тотоу моделен, фекерләү ҡеүәһен ата-әсәйгә, педагогтарға ҡарап һайлай: балалар баҡсаһында, мәктәптә, юғары уҡыу йортонда. Бында, ошо балалар үҙәге миҫалында, беҙ уларҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә мөмкинлектәрен дә күрәбеҙ, – тине үҙәктең етәсеһе. – Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтында беҙ белем биреү процесын модернизациялау буйынса тәҡдимдәр йыйыуға тотош портал астыҡ. Улар барыһы ла Берҙәм Рәсәйҙең  халыҡ программаһына инәсәк. Уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе үҙҙәренең бөтә тәҡдимдәрен шунда ебәрергә саҡырам”.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: