+1 °С
Болотло
Һуңғы айҙа йылға тағы ярты метрға һайыҡҡан, уның кимәле һыу үлсәгес посынан “минус” 147 см тәшкил иткән. 130 йыллыҡ күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, тарихи минимум 2010 йылда теркәлгән. Ул мәлдә йылғалағы һыу тағы ла 8 см түбәнерәк булған. Белгестәр фекеренсә, Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡланғанда, Ағиҙелдең кимәле яҡын арала рекордлы күрһәткестәргә ҡәҙәр төшөргә мөмкин.