Бөгөн “Сириус” дөйөм белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева гимназияла ата-әсәләр комитеты вәкилдәре һәм уҡыу йорттары педагогтары менән осрашты.
Мәктәптең оҡшауын, уҡытыусыларҙың һәйбәт, мәктәп территорияһының таҙа, күп сәскәләр үҫеүен, футбол, баскетбол уйнарға урын булыуын һөйләп бирә атай-әсәйҙәр. Әммә уларҙы мәктәптең тышҡы күренеше: иҫкергәнлеге, зданиеның күптән ремонт күрмәүе, бордюрҙар ватылған, асфальттың боҙолған булыуы борсой.
Елена Шмелева тура элемтә ваҡытында яңғыраған был проблеманың хәл ителеүе өсөн барыһы ла эшләнәсәген әйтте. “Гимназияның территорияһы биҫтәнең ижтимағи территорияһы булып тора. Әлибттә, тейешле инфраструктураның да үҫеүен теләр инек. Ниндәй үҫеш ала торған мөхит кәрәклеген ата-әсәләр һорауы формалаштыра. Быларҙың барыһын да иҫәпкә алыу кәрәк. Бөгөн беҙ был мәсьәлә тураһында фекер алыштыҡ. Калинин районы администрацияһының позицияһы бер: инициатива хуплау табасаҡ”, - тине ул.