-2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июль 2021, 11:25

Өфөлә яңы проект эшләй башланы!

“ХАЙУАНДАРҘЫ ҠОТҠАРЫП - БАЛАЛАРҘЫ ҠОТҠАРАБЫҘ!” тип атала ул.

Өфөлә яңы проект эшләй башланы!
Өфөлә яңы проект эшләй башланы!

Bash.news хәбәр итеүенсә, Өфөлә үҫмерҙәргә һәм берәҙәк эттәргә ярҙам итеү маҡсатында яңы проект эшләй башланы. Был проекттың нигеҙендә күп балалы ғаиләләрҙәге, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы йортһоҙ ҡалған, приютта йәшәгән хайуандар менән дуҫлаштырыу ниәте тора. Балаларҙың яуаплылығы артасаҡ, үҙҙәренә яңы дуҫ табасаҡтар, күңел дауаһы аласаҡтар; ә уларҙың дүрт аяҡлы дуҫтары ҡараулы буласаҡ, бәлки, шул рәүешле йортло ла булырҙар.

Тәүге балалар төркөмө приютҡа сәйәхәт ҡылған да инде. Бындай осрашыуҙар йыл дауамында барасаҡ.

Ҙ

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: