Ат йәнле Юлиә Бортникова ун ике йылдан ашыу инде аттар менән шөғөлләнә, Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә үҙенең ҙур булмаған ялан кәртәһе бар. Бында пониҙан алып тинкерға (Ирландиянан килтерелгән тоҡом) тиклем төрлө аттар бар.
”Тинкерҙар тыныс холоҡло, тешләшмәйҙәр, яламайҙар, бик һәйбәт аттар. Был тоҡом беҙҙә өс йыл элек барлыҡҡа килде, Өфөлә әлегә улар өсәү. Миңә уларҙың оҙон ҡойроҡтары, оҙон ялдары оҡшай. Ялдары ергә тиклем етә”, - ти Юлиә.
Килгән балалар тәүҙә аттарҙы таҙарта, уларҙы ҡараша, аҙаҡ шөғөлләнеп, урынлаштырып, ҡайтып китәләр.
Быйылғы ялан кәртә етди күнекмәләр өсөн ныҡ бәләкәй. Элек ул уҡыусылары менән яҡындағы баҫыуҙа шөғөлләнгән, ә яңыраҡ унда ат спорты өсөн тәғәйенләнмәгән стадион асылған. Хәҙер Юлиә яңы, иркен ялан кәртә төҙөү өсөн ер алыу мөмкинлеген эҙләй.
Ҡыҙға кескәй һыбайлыларҙы яңы трюктарға өйрәтеү мөмкинлеге бик мөһим, әгәр ер алһа, ул хәйриә кампанияһын башларға уйлай.