+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2021, 09:32

Өфөлә бал эшкәртеү заводы төҙөләсәк

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең Фейсбуктағы сәхифәһендә бына нимәләр яҙҙы. 

Өфөлә бал эшкәртеү заводы төҙөләсәк
Өфөлә бал эшкәртеү заводы төҙөләсәк
Өфөлә бал эшкәртеү заводы төҙөләсәк
Өфөлә бал эшкәртеү заводы төҙөләсәк
Өфөлә бал эшкәртеү заводы төҙөләсәк

Башҡорт балы - ул беҙҙең бренд. Уны республиканан ситтә лә яҡшы беләләр. Был, бер яҡтан, һис шикһеҙ, беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, әммә икенсе яҡтан,  шәхси ҡаҙанышыбыҙ булмауын да аңларға кәрәк. Быны тәбиғәт үҙе хәл иткән. Беҙҙә бал йыйыу өсөн шарттар уңайлы. Йүкә урмандары запасы буйынса ла беренсе урында торабыҙ һәм 300-ләгән бал килтерә торған ҡырағай үҫемлектәребеҙ бар. Улар араһында дарыу үләндәре бик күп.

Әлеге байлыҡҡа лайыҡлы булырға ла кәрәк.  Иң яңы технологияларҙы ҡулланып, һаҡсыл һәм һөҙөмтәле ҡулланыу, арттырыу шарт. Беҙ был тармаҡты киләсәк быуынға тағы ла сифатлыраҡ хәлдә тапшырырға тейешбеҙ.

Беҙ Өфөлә бал продукцияһы эшкәртеү буйынса Рәсәйҙә иң ҙур завод төҙөү өсөн инвестор таптыҡ. Ул ХХI быуаттың автоматлаштырылған, технологик яҡтан камиллаштырылған етештереү буласаҡ. Продукция экспортҡа етештереләсәк, шуға күрә шунда уҡ бал сифатын етештереү буйынса халыҡ-ара аккредитация уҙған лаборатория, шулай уҡ заводтың күргәҙмә павильоны эшләйәсәк.  

Проектҡа инвестор 3,7 млрд. Һумдан артыҡ аҡса кертмәксе. Республиканың 12 районында яңы умарталыҡтар асыласаҡ. Был яңы эш урындары булдырыу һәм төбәк бюджетына өҫтәмә һалым алыу мөмкинлеге бирәсәк.

Бынан тыш, урта рус тоҡомо бал ҡорттарының башҡорт популяцияһын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән эш алып барыу ҡарала. Тимәк, фермерҙарыбыҙ сифатлы генетик базаға эйә буласаҡ. Ул солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.

Эш быйыл башлана. Тәүге умарталыҡтар Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында асыла.

Умартасылыҡты үҫтереү – республика өсөн мөһим йүнәлеш. Шуға күрә беҙ проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә булдыҡ. Был эшҡыуарға эште йылдамыраҡ башларға һәм сығымдың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк.

(facebook.com/100001714985777/posts/4353821138018343) 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: