-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2021, 15:45

"Путин" түләүҙәренә бөгөндән ғариза ҡабул итеү башланды

Уны Башҡортостанда 650 меңдән артыҡ бала аласаҡ. 

"Путин" түләүҙәренә бөгөндән ғариза ҡабул итеү башланды
"Путин" түләүҙәренә бөгөндән ғариза ҡабул итеү башланды

Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә белем алған 6 йәштән алып 18 йәшкәсә 650 меңдән артыҡ бала 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыу хоҡуғына эйә.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, 16 августан мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә беренсе түләүҙәр күсерелә башлаясаҡ.

Яңы уҡыу йылына 10 мең һум аҡса алырға ғаризаны бөгөндән Дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ, әсә-аталарының йәшәү урынына ҡарамаҫтан, Пенсия фондының барлыҡ клиентлыҡ хеҙмәттәрендә бирергә мөмкин. Ғаризалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы нигеҙендә мәктәп уҡыусыларына бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум күләмендәге түләү шулай уҡ  инвалидтарға һәм сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 18-23 йәшлектәргә (әгәр улар уҡып йөрөһә) бирелә.

“Мәктәп уҡыусыларына түләү – бер тапҡыр бирелә торған ярҙам сараһы булыуын иҫәпкә алып, ул “Мир” картаһына ғына түгел, башҡа түләү системалары карталарына ла күсерелә, - тип аңлата Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлеге. – Ғариза тултырғанда ата-әсәгә шуны иҫтә тоторға кәрәк: унда картаның номеры түгел, ә банктағы шәхси иҫәп реквизиттары күрһәтелә. Һәм ул иҫәп яҡындарының һәм туғандарының түгел, ә ғариза биргән атай йә әсәйҙеке булырға тейеш”.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: