“Бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй. Бары һау-сәләмәт, аҡыллы, сабыр, уңған, тәртипле булыу, атай-әсәйеңде хөрмәт итеү, туғандарыңды, дуҫ-иптәштәреңде ҡәҙерләү, тыуған ереңде яратыу етә. Шиғырҙарым һеҙҙе нәҡ шундай булырға саҡыра ла инде. Китабымды башынан аҙағынаса уҡып сығырға тырышығыҙ. Үкенмәҫһегеҙ!” - тип мөрәжәғәт итә автор кескәй китап уҡыусыларға.
Ысынлап та, ябайлығы менән үҙендә тормоштағы бар матурлыҡты, изгелекте, ғөмүмән, күңел сафлығын сағылдырған шиғри юлдарҙа балаларға ҡарата йомшаҡ мөғәмәлә күренеп тора. Автор һөйөүе аша уҡыусыла ла тәбиғәткә, кешелеккә, ваҡиғаларға бары тик ыңғай мөнәсәбәт тыуа. Ҡәләм оҫтаһының “Аҙан”, “Иман”, “Фәрештәләр”, “Аллаһ тәҡдире”, “Хәҙрәт булдым” һәм башҡа шиғырҙары, исемдәренән үк күренеүенсә, бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы иман юлына әйҙәй. Һығылмалы, һутлы теле аша матур тәрбиә бирә.