+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2021, 15:17

Эшләпә фестивале

Белорет ҡалаһы "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында үткән был байрам. 

Эшләпә фестивале
Эшләпә фестивале
Эшләпә фестивале
Эшләпә фестивале
Эшләпә фестивале
Эшләпә фестивале
Эшләпә фестивале
Эшләпә фестивале
Эшләпә фестивале

"Эҫе ҡояш ҡыҙҙырған йәй айҙарында баш кейемеһеҙ йөрөп кенә ҡара!.. Ҡояш апай "башҡа һуғырға" әҙер генә тора, шулаймы? Һуҡһа, бигерәк "ныҡ һуға" үҙе, баш ауыртыуына түҙ генә!.. Хатта, ҡыҙғанысҡа күрә, дауаханаға ла эләгеп ҡуя ҡайһы берәүҙәр. Ә бына "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр менән ҡояш дуҫ. Сөнки улар һаҡлыҡ сараларын белә, эҫе көндә кейер өсөн матур-матур эшләпәләре, ҡалпаҡтары ла бар. Эйе, эйе, улар хатта балалар баҡсаһында үткән Эшләпә фестивалендә лә ҡатнаштылар. Әсәйҙәре ярҙамында үҙенсәлекле, сағыу итеп тегелгән, йә биҙәлгән был баш кейемдәрен кейеп, кескәйҙәр подиумдан да үттеләр, төрлө уйындар ҙа уйнанылар. Бынан тыш, күргәҙмә лә ойошторолдо. Байрам аҙағында иң оригинал, иң матур, иң оҫта тегелешле башлыҡ эйәләренә махсус бүләктәр тапшырылды, шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусыларға ла татлы приздар өләшелде. Балалар был байрамдан ифрат ҡәнәғәт ҡалдылар", - тип хәбәр итә тәрбиәселәр.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: