-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июль 2021, 12:37

Фольклориада ҡунаҡтары башҡортса йыр яҙҙырып, Радий Хәбировҡа тапшырҙы

Башҡорт телендә «Беҙҙең ил» йырын башҡарҙы улар

Фольклориада ҡунаҡтары башҡортса йыр яҙҙырып, Радий Хәбировҡа тапшырҙы
Фольклориада ҡунаҡтары башҡортса йыр яҙҙырып, Радий Хәбировҡа тапшырҙы

«Башҡортостанға һәм уның халҡына баллы ҡунаҡсыллыҡтары өсөн ҙур рәхмәт! Беҙҙең ҙур Бөтә донъя Фольклор олимпиадаһы тамамланды. Республикағыҙ тураһында күңелебеҙҙә йылы хәтирәләр генә алып китербеҙ! Ҡунаҡсыл төбәгегеҙҙән айырылғы килмәй хатта. Хәҙер донъя картаһында беҙ килергә теләгән тағы бер урын барлыҡҡа килде. Туҡ башаҡлы баҫыуҙар, үҙенсәлекле тәбиғәт, асыҡ күңелле халыҡ беҙҙең күңелде арбаны. Башҡортостан халҡына, Тыуған ерегеҙгә һәм илегеҙгә рәхмәтебеҙҙе, хөрмәтебеҙҙе һәм һоҡланыуыбыҙҙы белдереп, «Беҙҙең ил» йырын бүләк итеп ҡалдырабыҙ. Ошо йырҙа халҡығыҙҙың киң күңелен һәм гүзәл Тыуған илегеҙҙең ысын сағылышын күрҙек! Хөрмәт менән Фольклориада ҡатнашыусы 37 ил вәкилдәре. Башҡортостанда осрашҡанға тиклем! Ҙур рәхмәт!», — тип мөрәжәғәт итте ҡунаҡтар.

Автор:Гөлнара Мостафина
Читайте нас: