+24 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль 2021, 08:50

Радий Хәбиров VI Бөтә донъя фольклориадаһына ҡатнашлығы булған һәр кемгә рәхмәтен белдерҙе

Радий Хәбиров сәхифәһенән: 

Башҡортостанда Фольклориада барған көндәрҙә беҙҙең идара командаһы айырым режимда эшләне. Бөтә ерҙә лә тәртип, ҡунаҡтарға уңайлы, халыҡҡа ҡыҙыҡлы булыуы мөһим ине. Әлбиттә, фестивалгә беҙ йомғаҡ яһаясаҡбыҙ һәм яһаясаҡбыҙ. Әммә әле үк әйтә алам: тыныслыҡ һәм игелек байрамы уңышлы уҙҙы. Республикабыҙ  ауылдарында һәм ҡалаларында уҙған унлаған концерт, телеканалдарҙағы көнө-төнө барған тура трансляциялар, планетаның төрлө мөйөштәрендә меңәрләгән публикациялар, яңы танышлыҡтар, ҡатнашыусы илдәр араһында ысын дуҫлыҡ...

Рәсәй – сағыу һәм ҡунаҡсыл ил, диалогҡа һәм яңы перспективаларға асыҡ икәнен тағы бер ҡат иҫбатланыҡ.

 Фольклориадаға ҡатнашы булған һәм кемгә ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла тыныслыҡ, яңы тәьҫораттар һәм сәләмәтлек теләйем!

Автор:Гөлнара Мостафина
Читайте нас: