-3 °С
Ҡар
Өфөнөң оҙаҡ йылдар яңыртылмаған нефтехимиктар паркындағы каруселдәрҙең береһендә алты йәшлек малайҙың аяғын ҡыҫҡан. Уны профессиональ ҡотҡарыусылар ғына ҡотҡара алған.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан Нефтехимиктар паркына 1947 йылда нигеҙ һалынған. Совет осоронда унда тормош ҡайнап торһа, әле парк аттракциондар зыяратына әйләнеп барған хәлде хәтерләтә.