+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 13:43

Радий Хәбиров Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе

Ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш йүнәлешендәге учреждениеларға вакцинация тураһында сертификат йәки ПЦР-тест менән генә инеү йәнә күсерелә.

Радий Хәбиров Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе
Радий Хәбиров Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе

 Хәҙер 12 июлдән 26-һына тиклем.

Республиканың эш биреүселәренә 19 июлдә хеҙмәт хаҡын һаҡлап ҡалып, эшләмәҫкә тәҡдим ителә. Власть органдарына һәм башҡа учреждениеларға был көндә ошо ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәр һанын билдәләргә кәрәк.

Сит илдән ҡайтҡандар кире һөҙөмтәле ПЦР-тест алғансы изоляцияла ултырырға тейеш. Был һуңғы 12 айҙа прививка яһатҡандарға йәки 6 ай эсендә ауырығандарға ҡағылмай.

200-ҙән күберәк кеше ҡатнашлығындағы эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт сараларын республиканың оператив штабы ҡарары нигеҙендә генә ойошторорға мөмкин.

Халыҡҡа күмәк кеше йөрөгән урындарға, шул иҫәптән майҙандарға, парктарға, скверҙарға, аллеяларға барырға кәңәш ителмәй.

Автор:Гөлнара Мостафина
Читайте нас: