-5 °С
Ҡар
Әбйәлил районы Рауил ауылында йәшәгән 15 йәшлек үҫмер кисә һыуға батып барған баланы ҡотҡарғаны өсөн Республика Башлығы ҡулынан Маҡтау грамотаһы алды.
Данир малайҙы һыуҙан сығарып, уға тәүге ярҙам күрһәтеп, иҫенә килтергән. Малай Ҡырҙас ауылына олатаһына ҡунаҡҡа килгән булған.
Данир үҙе ишле ғаиләлә тәрбиәләнә. Әсәһе Әҡлимә яңыраҡ "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнде.