Белорет районы Абҙаҡ ауылынан 38 йәшлек Нәзилә Хазырова өс игеҙ сабыйға ғүмер бүләк итеп, алты бала әсәһе булды. Сабыйҙар операция ярҙамында һау-сәләмәт булып тыуған. Ике малай — 1,9 кг, ҡыҙыҡай — 1,5 кг. Шуны әйтергә кәрәк: Нәзилә ярҙамсы репродуктив технологияларҙы ҡулланмайынса, тәбиғи юл менән йөккә уҙған.
Табиптар әйтеүенсә, күп балалы әсәй үҙен яҡшы тоя, сабыйҙарҙы әсәһе һәм өлкән балалары - 14 һәм 9 йәшлек ҡыҙҙары һәм 13 йәшлек улы ҡараша.