Тамашаларҙы телевизорҙан һәм "Беренсе май" паркындағы ҙур экрандан ҡарайҙар, сөнки Черниковканан Конгресс-холға йөрөүе алыҫ.
Яңыраҡ уларға хатта Мексиканан килгән ҡунаҡтың күстәнәсен тәмләп ҡарау "бәхете" лә тейҙе. Бәхет һүҙен ни өсөн тырнаҡтар эсенә алғанды видеонан ҡарап аңларһығыҙ.
Мексикандар әсе ризыҡ ярата, күрәһең. Кәнфиттәрен лә, чупа-чупстарына ла әсе ҡыҙыл борос һалынған һымаҡ тойола. "Мексиканецтар нисек быға түҙә?" — тип аптыраны Нурсолтан. "Был кәнфит түгел, был — ут", — тип һыу эсергә йүгерҙе Сәлимә.